

Ундай кешеләр менән күңелдәрең күтәрелә, борсолоуҙарың да юғала, уларҙың оптимистик рухы һиңә лә күсә төҫлө. Кеше менән ихлас аралаша торған, кәрәк саҡта төплө кәңәштәрен дә бирер, ҡулынан килгән ярҙамын да кинәнес кисереп атҡарыр ил ағаһы Ильяс Яҡуп улы күптәребеҙ өсөн өлгө ул. Уға ҡарап һоҡланырлыҡ, күп нәмәгә унан өйрәнерлек, әллә күпме тормош тәжрибәһе алырлыҡ. Ғүмере буйы физик хеҙмәттән, мал-тыуар ҡарауҙан, баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүҙән ләззәт алды, хәрәкәттә -бәрәкәт тип иртәләрен йүгереүҙән, саңғыла ялан-ҡырҙар иңләүҙән кинәнес тапты. Шуға күрә, күҙ теймәһен, бөгөн дә егеттәр кеүек йөрөп ятҡаны. Машина рулен дә ышаныслы тота, донъя хәлдәре, тормош ваҡиғалары менән дә бик яҡшы хәбәрҙар үҙе. Бына әле лә хәл-әхүәл алышҡас:
-Быйыл йәй Өфөлә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял итеп ҡайттым. Бик әйбәт булды әле. Хеҙмәтләндереү яҡшы, итәғәтлеләр, - тип шатлығы менән уртаҡлашып алды.
Ә бит тормош Ильяс ағайҙы һәм уның тиҫтерҙәрен һис кенә лә иркәләмәне. Балалыҡ һәм үҫмерлек йылдары Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр мәлдәргә тап килде. Ололар менән бергә ана шул үҫмерҙәр эшкә егелде, илгә килгән ауырлыҡты өлкәндәр менән тиңләшеп бергә татыны. Ана шулай сыныҡты, ваҡытынан алда ир ҡорона етте һуғыш осоро балалары.
Ильяс Яҡуп улы Ибраһим (Йомран) ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә. Бөтә ерҙә фәҡирлек ул замандарҙа. Ике тәҙрәле, һалам башлы кескәй генә өйҙә малайҙар, ҡыҙҙар бер таҡта һикелә теҙелешеп йоҡлай. 13-14 йәштән ауыл малайҙары оло ағайҙарға эйәреп колхоз эшенә сыға. Эш етерлек, кеше кәрәк. Шуға күрә ошо үҫмерҙәр ҙә ярап ҡала. Яҙғыһын иген сәсергә лә йөрөйҙәр, йәйҙәрен туғайҙа ҡуна ятып бесәнен дә әҙерләйҙәр, ураҡ осоронда атҡа йәки үгеҙгә егелгән фурмандарға тейәп иген көлтәләрен бер урынға ташыйҙар. Арманһыҙ булып арыған мәлдәр була. Әммә йәшлек йәшлек инде. Арыуҙар тиҙ үк онотола. Нисек кенә булмаһын, тормоштоң күңелле миҙгелдәре лә етерлек: Ҡыҙылғы йылғаһында кемуҙарҙан сумышып һыу инеүҙәр, кинәнеп балыҡ ҡармаҡлауҙар, киләсәк йылдарҙы күҙаллап хыялға бирелеүҙәр, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр. Уҡыуҙы ла тоҙларға ярамай. Үҙҙәренең ауылында мәктәп дүрт йыллыҡ ҡына. Бишенсе кластан башлап уҡырға алты саҡрым алыҫлыҡтағы Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбенә йөрөйҙәр. Көн һайын ошо араны йәйәүләп үтәләр. Кейергә йүнле кейеме лә юҡ, аяҡта ла йүкәнән үрелгән сабата. Икмәккә лә бик тейенеп булмай, күберәк бәрәңге менән хушһынырға тура килә. Атай-әсәйҙәргә хеҙмәт хаҡы түләнмәгәс, аҡса тигән нәмә бик һирәк эләгә. Ошондай ауыр шарттарҙа күптәр уҡыуҙарын ташларға мәжбүр була. Тик ныҡышмалылар, сыҙамлылар ғына артабан уҡыуын дауам итә. Ошо рәүешле, Ибраһим ауылынан 1954 йылда Фаҡиһа Хажиева, Нәжип Дәүләтбаев, 1955 йылда Рәмзиә Зөбәйҙуллина һәм Ильяс Садиҡов ҡына урта белем хаҡында аттестат алыу бәхетенә ирешә.
Мәктәпте тамамлағас, Ильяс Яҡуп улының теләге хәрби осоусыға уҡыу була. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу ниәтенән район хәрби комиссариатынан юллама алып, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһындағы хәрби авиация училищеһына имтихандар тапшырырға китә. Уларын бик һәйбәт тапшыра ла бит, тик медицина тикшереүе генә ҡамасаулай. Осоусы булаһы кешенең һаулыҡ торошон бик ентекләп, энә күҙәүенән үткәргән һымаҡ тикшерәләр икән дә. Өйөрөлөп торған ултырғыста зырылдатып әйләндереүгә сыҙамай шул егет, башы әйләнеп китә. Шулай итеп осоуға яраҡһыҙ тип табыла. Теләге шул тиклем көслө булғандыр инде: байтаҡ ваҡыт күңеле төшөп, бойоғоп йөрөй. Ни хәл итәһең, яҙмыштан уҙып булмай шул.
1955 йылдың көҙөнә Ильяс әрме сафтарына алына. Диңгеҙ флотына тәғәйенләйҙәр. Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур тарафтарынан йыйылған егеттәр егерме тәүлек поезд вагондарында килә торғас, ниһайәт, Совет гаваны ҡалаһында туҡтала. Хәрби диңгеҙ базаһы ошонда урынлашҡан була. Йәш матрос мәктәбен тамамлап, дүрт йыл Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй егет. Шунда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына инә. Әйткәндәй, Ильяс ағай бөгөн дә үҙенең 61 йыл коммунист булыуы менән сикһеҙ ғорурлана.
Хәрби хеҙмәттән һуң Ҡырмыҫҡалы районындағы Ляхово ауылы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Унда комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара. Киң профилле тракторсы –машинист танытмаһы алғас, үҙҙәренең Фрунзе исемендәге колхозында дүрт йыл тракторҙа һәм комбайнда эшләй. Шулай бер ни тиклем хеҙмәт сынығыуы алып, тормош тәжрибәһе туплағас, артабан белем алыу теләге Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына алып килә. Имтихандарҙы һәйбәт тапшырып, беренсе курсты ла тамамлай. Ошо мәлдә колхоз коммунистары егетте партия ойошмаһы секретары итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтә. Был вазифаның иңенә ниндәй яуаплылыҡ һалыуын аңлай Ильяс Яҡуп улы. Шуға күрә уҡыуын ситтән тороп тамамларға тура килә. Тырыша, имтихандарға ныҡлап әҙерләнә, үҙенең дә, ауылдаштарының да йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша.
Ниһайәт, институт йылдары ла артта ҡала, ҡулда - юғары белемле агроном дипломы. Ҙур кинәнес менән эшләй башлай. Өйләнергә лә өлгөрә. Ғаиләһендә бер-бер артлы улдары Илдар, Илдус, ҡыҙҙары Клара, Әлмира тыуа. Колхоз үҙәге булған Һәүәләй ауылында уңайлы иркен йорт һалып керәләр. Ҡатыны Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, тормоштарынан, эштәренән йәм табып, ғүмер үрҙәренә артылалар.
1975 йылда Фрунзе колхозында агроном һөнәренә урын булмау сәбәпле Садиҡовтарға байтаҡ йылдар Иглин районының Алаторка совхозында йәшәп, хеҙмәт итергә насип була. Хужалыҡ районда иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. 8 мең гектар һөрөнтө ере, 1200 баш һауын һыйыры, ит өсөн тәғәйен 1000 башҡа иҫәпләнгән сусҡа фермаһы, 4 умарталығы бар. Ошо совхозда ете йыл баш агроном, ун ике йыл совхоздың партия ойошмаһы секретары йөгөн тарта Ильяс Яҡуп улы. Совхоз районда етештереүсәнлеге юғары, көслө хужалыҡтарҙың береһе була. Игенселек, малсылыҡ тармаҡтары менән бергә умартасылыҡ та ҙур табыш килтерә. Юғары һөҙөмтәләр совхоз эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән яулана. Шулай уҡ совхоз директоры Василий Рябовтың етәкселек итеү оҫталығы ла алдынғылар сафында барыуға булышлыҡ итә. Совхоздың юғары уңыштарға өлгәшеүендә Ильяс Садиҡовтың да хеҙмәт өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ана шулай тынғыһыҙ эш, көндәлек мәшәҡәттәр менән ғүмер йылдары һиҙелмәй ҙә үтә. Яңынан үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып, элекке йорттарында йәшәй башлайҙар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, тормоштарынан ҡәнәғәтлек кисерәләр. Һаулыҡ- ҙур байлыҡ тиҙәр. Ошо яҡтан бик ҡәнәғәт Ильяс Яҡуп улы. Тәбиғәт, ата-әсәһе уға ныҡлы сәләмәтлек бүләк иткән. Тәмәке кеүек хәшәрәтте ғүмерендә ауыҙына ла алмаған. Һәр саҡ тормоштоң йәмен, бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә ынтыла. Ана шуға күрә лә ауырыуҙың ни икәнен дә белмәй ул.
Зарланмай тормоштан, баҙап ҡалмай ауырлыҡтан. Йыр-моң була һәр саҡ юлдашы. Талапсан була кешегә һәм үҙенә, әммә һис кемде юҡ-барға рәнйетмәй, шаян һүҙ, йор тел менән күтәрә кешеләр күңелен. Көтмәй ул күктән төшкәнде, тәүәккәллек һәм йүнселлек була сифаты. Һәр саҡ алдына ҡуя ниндәйҙер бер маҡсат. Ирешһә уға, була һәр саҡ ҡәнәғәт.
Район гәзиттәре, республика матбуғаты менән дуҫ Ильяс Яҡуп улы. Даими рәүештә төрлө темаларға мәҡәләләр яҙып тора. Лауреат булыу бәхетен дә бер нисә тапҡыр татыны. Ошо осорҙа донъя күргән мәҡәләләренән тупланған “Ғүмерем миҙгелдәре” тигән ыҡсым ғына йыйынтыҡ та сығарып алды. Ана шулай рухланып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй хеҙмәт уҙаманы Ильяс Садиҡов. Ҡатыны Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән татыу пар булып 61 йыл ғүмер юлдарын үтәләр. Бәхетле олатай, өләсәй булып улдары, ҡыҙҙары тормошона ҡыуаналар, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр. Һигеҙ ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре - уларҙың шатлығы. Уларҙың үҫкәндәрен күреү - үҙе бер бәхет. Тимәк, донъяға юҡҡа ғына киленмәгән, ғүмер заяға үтмәгән. Шәжәрә тамырҙары дауам итә, нәҫел ептәре ышаныслы ҡулдарҙа. Ир-егет өсөн ошонан да мөһимерәк нәмә бармы икән…
Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы.
Фото: ғаилә архивынан.