Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2021, 10:47

100 мең һум алғың киләме?

18 йәштән өлкән бер мең еңеүсене билдәләйәсәктәр.

100 мең һум алғың киләме?
100 мең һум алғың киләме?

Рәсәй Хөкүмәте коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатҡан кешеләр араһында приздар отошо үткәрергә йыйына. Рәсәйҙәр көҙгөһөн йөҙәр мең һум аҡса ота аласаҡ, тиелгән Хөкүмәттең Министрҙар кабинеты сайтында.

Отош 2021 йылдың 1 сентябренән 1 декабренә тиклем вакцина яһатҡандарҙың шәхси номеры буйынса Берҙәм регистр мәғлүмәттәре нигеҙендә үткәрелә. 18 йәштән өлкән бер мең еңеүсене билдәләйәсәктәр. Сара бонусзаздоровье.рф. лотереяһының рәсми сайтында үткәреләсәк, һөҙөмтә лә шунда уҡ баҫыласаҡ. Еңеүселәр отош үткәреүгә тиклемге ваҡытта вакцина яһатҡандар араһынан һайлап алынасаҡ. Тимәк, кем 1 сентябргә тиклем прививка яһатып өлгөрә, уның отошта ҡатнашып, йөҙ мең һум бүләк алыу мөмкинлеге бар.

Фото: Lenta.ru

 

Автор:Дина Арсланова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: