Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 16:00

Нефть эшкәртеүселәр ҡан тапшырҙы

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте эшсәндәре ҡан һәм уның компоненттарын тапшырыу буйынса ирекле акция ойошторған. Идара итеү аппараты менән предприятие филиалдары хеҙмәткәрҙәре Өфөлә, Нефтекамала, Первомайский ауылындағы ҡан алыу станцияһында ҡан тапшырған.
Сара Башҡортостанда ғына түгел, предприятие эшләгән башҡа төбәктәрҙә – Силәбе, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләрендә лә үткән. Акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре араһынан ете тиҫтәнән ашыу кеше үҙ ихтыяры менән бөтәһе 30 литрҙан ашыу ҡан тапшырған.
Ҡанды алғас, уны фракцияларға айырыу башҡарыла, шуның һөҙөмтәһендә ул компоненттарға айырыла. Улар карантинға ҡуйыла, артабан ҡанға мохтаж пациенттарға биреү өсөн медицина ойошмаларына оҙатыла.
Сарала ҡатнашыусылар араһында ҙур стажлылар ҙа, беренсе тапҡыр донорлыҡ иткән кешеләр ҙә була. Башта уларҙың барыһына ла медицина тикшереүе үткәрелә, ауырыуҙары, ҡан биреүгә тыйыу барлығы-юҡлығы ҡарала. Ҡан тапшырыу медицина персоналының ентекле күҙәтеүе аҫтында, бөтә санитар талаптарҙы һәм коронавирус инфекцияһын таратмау буйынса эпидемиологик сикләүҙәрҙе иҫәптә тотоп башҡарыла.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: