Даирә
+33 °С
Ясно
Новости
23 Апреля 2021, 03:00

Бәләкәй ауылдарға ла интернет килде

Мәғлүм булыуынса, тотош илдәге кеүек үк Башҡортостанда ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу әүҙем бара.Күптән түгел Хәйбулла районының Маҡан, Баймаҡ районының Аҡморон һәм Йомаш, Бүздәк районының Йондоҙло һәм Мәләүез районының Нордовка ауылдарында яңы 4G база станциялары барлыҡҡа килде. Был ауылдарҙа 130-ҙан алып 2500-гә тиклем кеше йәшәй. Хәҙер төпкөл биләмәләрҙә лә мобиль селтәрҙә заманса һанлы хеҙмәттәрҙән файҙаланырға була. Тимәк, электрон коммерциянан, мобиль онлайн-кассаларынан файҙаланыу, электрон отчеттар төҙөү һәм тапшырыу мөмкинлеге киңәйә.“Беҙ Башҡортостандағы ҙур булмаған ауылдарҙа ла яңы вышкалар төҙөп, юғары тиҙлекле интернет үткәрҙек. Был бик мөһим, сөнки элемтәне киңәйтеү биләмәне үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыл халҡына йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлыҡтар байтаҡҡа артҡандыр, тип уйлайым”, – тине МТС-тың Башҡортостандағы директоры Егор Фисюк. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/359933/Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)Автор: Лилия Давлетбакова

Мәғлүм булыуынса, тотош илдәге кеүек үк Башҡортостанда ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу әүҙем бара.
Күптән түгел Хәйбулла районының Маҡан, Баймаҡ районының Аҡморон һәм Йомаш, Бүздәк районының Йондоҙло һәм Мәләүез районының Нордовка ауылдарында яңы 4G база станциялары барлыҡҡа килде. Был ауылдарҙа 130-ҙан алып 2500-гә тиклем кеше йәшәй. Хәҙер төпкөл биләмәләрҙә лә мобиль селтәрҙә заманса һанлы хеҙмәттәрҙән файҙаланырға була. Тимәк, электрон коммерциянан, мобиль онлайн-кассаларынан файҙаланыу, электрон отчеттар төҙөү һәм тапшырыу мөмкинлеге киңәйә.
“Беҙ Башҡортостандағы ҙур булмаған ауылдарҙа ла яңы вышкалар төҙөп, юғары тиҙлекле интернет үткәрҙек. Был бик мөһим, сөнки элемтәне киңәйтеү биләмәне үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыл халҡына йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлыҡтар байтаҡҡа артҡандыр, тип уйлайым”, – тине МТС-тың Башҡортостандағы директоры Егор Фисюк.
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/359933/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас