Даирә
+17 °С
Облачно
Новости
22 Апреля 2021, 04:00
Быйыл – биш заманса китапхана
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Яңы быуын китапханаһы” федераль программаһы нигеҙендә Ҡариҙел ауылындағы үҙәк район китапханаһын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү әүҙем бара.Әле китапханаға интерактив ҡулайлама, компьютер техникаһы, тауыш аппаратураһы тапшырылған. Китаптарҙы эҙләү, уҡыусыға биреү һәм кире ҡайтарыу ғәмәлдәрен автоматлаштырылған RFID системаһы индерелә. Яңы әҙәбиәт исемлектәренә бәйле эш тамамланған, китаптарҙың күбеһе (шул иҫәптән электрон китаптар) килтерелгән. Ошо арала заманса китапхана йыһаздарын көтәләр.Мәғлүм булыуынса, быйыл Стәрлетамаҡ районының Наумовка, Күгәрсен районының Мораҡ, Учалы районының Учалы, Ҡариҙел районының Ҡариҙел, Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында муниципаль модель китапханалар асыу күҙаллана. Уларҙы йыһазландырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан һәм федераль бюджеттан 60 миллион һум аҡса бүленә. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/89618Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/89618Автор: Лилия Давлетбакова
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Яңы быуын китапханаһы” федераль программаһы нигеҙендә Ҡариҙел ауылындағы үҙәк район китапханаһын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү әүҙем бара.
Әле китапханаға интерактив ҡулайлама, компьютер техникаһы, тауыш аппаратураһы тапшырылған. Китаптарҙы эҙләү, уҡыусыға биреү һәм кире ҡайтарыу ғәмәлдәрен автоматлаштырылған RFID системаһы индерелә. Яңы әҙәбиәт исемлектәренә бәйле эш тамамланған, китаптарҙың күбеһе (шул иҫәптән электрон китаптар) килтерелгән. Ошо арала заманса китапхана йыһаздарын көтәләр.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Стәрлетамаҡ районының Наумовка, Күгәрсен районының Мораҡ, Учалы районының Учалы, Ҡариҙел районының Ҡариҙел, Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында муниципаль модель китапханалар асыу күҙаллана. Уларҙы йыһазландырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан һәм федераль бюджеттан 60 миллион һум аҡса бүленә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото:
srk.nationalpriority.ru/press_releases/89618
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/89618
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!