Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 16:11

“Тулҡын” паркы күҙгә күренеп йәмләнә

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, Затон биҫтәһе халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе – “Тулҡын” паркы төҙөкләндерелә. Күләмле реконструкция 2018 йылда уҡ башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә парк бөтөнләй үҙгәрҙе. Бында һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба ала – йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөргә яратҡандар өсөн юл һалынған, спорт майҙансығы, Workout зона, скейтпарк, хоккей һәм балаларҙың уйын майҙансыҡтары, һырғалаҡ, “Автоҡаласыҡ” бар, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған. Был эш реконструкцияның тәүге ике этабында башҡарылған. Әле “Тулҡын”да төҙөкләндереүҙең һуңғы этабы башланды. Ул күлдең тирә-яғын тәртипкә килтереүҙе, яңы терраса, йәйәүлеләр өсөн күпер һалыуҙы, амфитеатр төҙөлөшөн тамамлауҙы үҙ эсенә ала. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Автор: Лилия Давлетбаковаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Tul-in-parki-k-g-k-renep-y-ml-n-663664/

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, Затон биҫтәһе халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе – “Тулҡын” паркы төҙөкләндерелә. Күләмле реконструкция 2018 йылда уҡ башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә парк бөтөнләй үҙгәрҙе.
Бында һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба ала – йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөргә яратҡандар өсөн юл һалынған, спорт майҙансығы, Workout зона, скейтпарк, хоккей һәм балаларҙың уйын майҙансыҡтары, һырғалаҡ, “Автоҡаласыҡ” бар, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған.
Был эш реконструкцияның тәүге ике этабында башҡарылған. Әле “Тулҡын”да төҙөкләндереүҙең һуңғы этабы башланды. Ул күлдең тирә-яғын тәртипкә килтереүҙе, яңы терраса, йәйәүлеләр өсөн күпер һалыуҙы, амфитеатр төҙөлөшөн тамамлауҙы үҙ эсенә ала.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: