Өфө компрессорҙар заводы эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект сиктәрендә финанс ярҙамын алған.
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен ташламалы финанс ресурстары менән тәьмин итеү мөһим йүнәлеш булып тора. Эшҡыуарҙар, кредит тарихы йәки тәьмин итеү өсөн кәрәкле кимәлдәге аҡса булмайынса, дәүләт гарантияһы менән банктарҙан кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай ярҙам республиканың Эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡтың Төбәк гарантияһы фонды тарафынан күрһә телә. Шулай итеп, “Өфө компрессорҙар заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә дәүләт ярҙамы сиктәрендә әйләнеш өсөн 25 миллион һум бирелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө компрессорҙар заводы автомобиль газ тултырыу компрессор станцияларына һәм күсмә автомобиль газ менән тәьмин итеүселәргә тәбиғәт газы өсөн азат, һауа компрессорлы ҡоролмалар әҙерләй.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.