Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 12:06

Бушлай үткәрелгән сарала ҡатнашығыҙ

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына аҡсалата ярҙам, шул иҫәптән ташламалы финанслау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.

3 февралдә 11 сәғәттә бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн финанс грамоталылығы буйынса “Дәүләт гарантияһы булған кредит нимә ул? Уларҙы кем алыу хоҡуғына эйә?” вебинары бушлай үткәреләсәк. Шулай итеп, республиканың Эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү финанс инструменттары департаманты хеҙмәткәрҙәре Гарантия фондынан аҡса алыу, Инвестиция башланғыстарына ярҙам итеү фонды иҫәбенән эшҡыуарлыҡ кредитын рәсмиләштереү, ҡарау процедуралары һәм башҡалар хаҡында һөйләйәсәк, һорауҙарға яуап бирәсәк.
Бынан тыш, Лизинг фонды иҫәбенән лизинг биреү механизмдары хаҡында ла мәғлүмәт биреләсәк. Бушлай вебинарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап та аласаҡ. Шуға эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә был сарала ҡатнашыу файҙаға буласаҡ.
Вебинарҙа ҡатнашыу өсөн һылтанма: https://zoom.us/j/97762903735, Конференцияның идентификаторы: 977 6290 3735
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: