Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2021, 21:16

БӨГӨН РАШТЫУА БАЙРАМЫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы православие вәкилдәрен Раштыуа байрамы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:“Хөрмәтле Башҡортостан православныйҙары!

Һеҙҙе Христос Раштыуаһы менән ихлас ҡотлайым!
Ике мең йыллыҡтан ашыу ошо изге байрам кешеләрҙең йөрәген һөйөү һәм юғары выжданлылыҡ сифаттары, изгелектең тантана итеүенә өмөт менән һуғара. Бала саҡтан таныш булған Раштыуа ваҡиғалары аша христианлыҡтың мәңгелек әхлаҡи мәғәнәгә эйә булған һоҡланғыс йолалары һәм өгөт-нәсихәттәре асыла.
Бөгөн ошо мәңгелек ҡиммәттәр миллиондарса кеше өсөн тағы ла кәрәклерәк рухи таянысҡа әүерелде, уларға пандемия менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Республикалағы традицион конфессиялар вәкилдәре юғары яуаплылыҡ өлгөһө күрһәтә, ҙур ирекмәнлек эше алып бара, мохтаждарға һм өлкәндәргә булышлыҡ итә. Тап берҙәмлек, миһырбанлыҡ һәм яҡындарың хаҡында хәстәрлек беҙгә еңел булмаған һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә мөмкинлек бирә.
Өмөттәребеҙ, ниәттәрбеҙ тормошҡа ашһын, уртаҡ йортобоҙҙа тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу республиканың һәм илдең сәскә атыуына хеҙмәт итһен.
Раштыуа байрамы һәр йортҡа бәхет, йылылыҡ һәм шатлыҡ алып килһен!
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Тик изгелектәр юлдаш булһын! Байрам менән!”
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: