Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 16:29

Бөгөн – Ҡар һәм боҙ фестивале көнө

Яңы йыл байрамының оҙайлы ялдарына республикала төрлө мәҙәни һәм күңел асыу саралары планлаштырылып, Яңы йыл календары төҙөлгәйне. Уға ярашлы бөгөн, 4 ғинуарҙа, Башҡортостандың район-ҡалаларында Ҡар һәм боҙ фестивале көнө үтә. Көндөҙ республиканың ҡайһы бер ҡала-ҡасабаларында “Иң яҡшы ихата боҙ ҡаласығы” тигән конкурс була.

Унда күп фатирлы йортта йәшәгәндәр ҡатнаша. Һөҙөмтәләрҙе конкурс комиссияһы боҙ ҡаласыҡтарын ҡарап сыҡҡас иғлан итә.
Тағы бер ижади конкурс – “Иң яҡшы Ҡар бабай” конкурсы. Унда ҡатнашырға теләгәндәр социаль селтәрҙәрендә #лучший снеговик хэштегы менән үҙҙәре эшләгән ҡар бабайҙың фотоһын ҡуя. Фото аҫтына иң күп комментарий, лайыҡтар йыйған ҡатнашыусы еңеүсе тип табыла. Һөҙөмтәләр бөгөн билдәләнә.
Һәр район, ҡалала үҙенсәлекле, бер-береһен ҡабатламаған саралар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, ҡар өҫтөнә һүрәт төшөрөү, күргәҙмәләр, спорт уйындары, онлайн-конкурс, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, балаларға шыршы янында уйындар ойоштороу һәм башҡа бихисап матур ваҡиғалар көтөлә.
Бынан тыш, бөгөн – “Терра ҡыш” фестиваленең аҙаҡҡы көнө. Ошо уңайҙан көндөҙ Өфөлә егелгән ат экипаждары парады көтөлә. Ул “Ватан” этнопаркы яғында башланып, Ағиҙел яр буйында уйын, йыр-моң менән дауам ителә.
Байрам сараһында пандемияға ҡағылышлы бөтә шарттарҙы ла теүәл үтәү күҙәтелә.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: