Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 12:10

Милли проект сараларын тамамланылар

Башҡортостанда туғыҙ предприятие Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы пилот проекттарын тамамларға әҙерләнә.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Декабрҙә Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы, Белорет сеткалар һәм түшәмәләр заводы, Белорет рессоралар һәм пружиналар заводы, “Эколайн”, “Иҙел нефтемаш”, “Энергоавтоматизация”, “Арт Оснастка” йәмғиәттәре, “Алексеевка” совхозы һәм Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты милли проект сараларын ахырына еткерә. Предприятиелар хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, ғәмәлдәрҙе башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм тамамланмаған етештереү күләмен кәметеү буйынса һөҙөмтәләрен тәҡдим итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, был предприятиелар буйынса өлгө проекттар исемлеген туплау планлаштырыла. Уларҙы ошо предприятиеларҙа һаҡсыл технологияларҙы ғәмәлгә индереү нигеҙендә етештереүҙә юғары һөҙөмтәлелек күрһәткән пилот проекттар тәшкил итәсәк.
Республикала йәмғеһе 21 өлгө проект будырылған. Быйылға ни бары 14 проект билдәләнгәйне. Уларға 30 июндә үк өлгәшелде. Әле Башҡортостанда был милли проектта 101 предприятие ҡатнаша.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: