Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 19:51

Ике тапҡырға осһоҙға төшәсәк

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу элеккесә уҙғарылһа, бының өсөн 60 миллиард һум талап ителер ине. Мәғлүм булыуынса, 2021 йылда уҙасаҡ сара һанлы форматта ойошторола, бының өсөн 32 миллиард һум сарыф ителәсәк. “Росстат” етәксеһе Павел Малков “РИА Новости” мәғлүмәт агентлығына биргән әңгәмәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, сығымдарҙың 60 проценты ялланған персоналға хеҙмәт хаҡы түләүгә китә, ә ҡалғаны һанлы технологиялар өсөн ҡаралған.
“Хәҙер онлайн иҫәп алыу ысулы ҡулланылғанлыҡтан, планшеттар файҙаланғанлыҡтан, иҫәп алыусыларҙың һаны кәмене. Ҡағыҙ бланктар баҫыу, уларҙы уҡыу мохтажлығы юғалды, ә был айырым ҙур күләмле эш ине”, – тине Павел Малков.
Белеүебеҙсә, иҫәп алыуҙың төп этабы 2021 йылдың апрелендә уҙасаҡ. “Росстат”та күҙаллауҙарынса, уның традицияға ингән ысул - һәр кешенән шәхсән һорау алыу тәртибендә үтеүе лә ихтимал. Сарала дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла, махсус участкаларға барып та ҡатнашырға мөмкин.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу алымын һайлау өсөн https://www.strana2020.ru/howto/ диуарындағы иҫкәртмәне файҙалана алаһығыҙ.
Фото: sngazeta.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: