Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 18:04

Рәсәй Президентына кемдәр һорау бирә ала?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың йыл һайын ойошторолған матбуғат конференцияһы 17 декабрҙә була.

Был сарала ҡатнашыуға 774 журналист аккредитация үтте, уларҙың 12-һе – Башҡортостан Республикаһынан.
Шулай итеп, Матбуғат конференцияһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто (Станислав Шахов), Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (Екатерина Тимиряева, Азат Ишбулатов), “РБК-Өфө” (Рауил Ватолин, Дмитрий Аксаев) һәм “Вся Уфа” телеканалдары (Наталья Ярина, Тимур Әбсәләмов), “Медиакорсеть” (Тимур Алмаев), UfacityNews (Олеся Вилданова), Proural.info (Линар Минһажев) баҫмалары, шулай уҡ Күмертауҙың АРИС телекомпанияһы (Алик Юлтыев), “Башинформ” (Артём Валиев) журналистары ҡатнаша.
Мәғлүм булыуынса, федераль һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләйәсәк.
Төбәк киң мәғлүмәт саралары журналистары сарала үҙҙәренең Федераль округынан ҡатнашасаҡ. Бының өсөн һәр округта, Мәскәү менән бәйләнешкә инеү өсөн, махсус майҙансыҡтар ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн Түбәнге Новгородта ошондай майҙансыҡ ҡаралған. “Роспотребнадзор”ҙың талаптарын иҫәпкә алып, был сарала ҡатнашыусылар һаны сикләнә.
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Бөтөн Рәсәй халыҡ фронты ирекмәндәре граждандарҙың “Мәскәү – Путинға” ҡушымтаһы ярҙамында Рәсәй Президентына бирергә теләгән һорауҙарҙы эшкәртәсәк. Был ҡушымтаны 6 декабрҙән күсереп алырға мөмкин. Уның ярҙамында ил Президентына һорау бирергә лә, шулай уҡ тура эфирҙы ла ҡарарға мөмкин.
Фото: ivteleradio.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: