Аныҡлап әйткәндә, республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2020 йылдың 10 декабренән төбәк халҡы өсөн мәрхүмдәрҙе ерләүгә бәйле яңы штрафтар ғәмәлгә инә.
Документҡа ярашлы, рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн граждандарға – 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем, ойошмаларға 100 мең һумдан 200 мең һумға тиклем штраф һалына.
Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотмаған өсөн дә штраф һалыу ҡаралған, йәғни Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 3.5-се статьяһына үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер бындай яуапһыҙлыҡ өсөн граждандарға – 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 3 мең һумдан 5 мең һумға тиклем, ойошмаларға 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Ҡәбергә ҡойма йәки таш законһыҙ ҡуйылған осраҡта, 1 мең һумдан 30 мең һумға тиклем штраф һалына.