Путин Рус география йәмғиәтенең XVI съезына мөрәжәғәт итеп, былай тип яҙған:
«Үкенескә күрә, ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында, әлеге съезд дистанцион форматта буласаҡ. Әммә илебеҙҙең төрлө төбәгенән ҡатнашыусыларға был көнүҙәк проблемалар, киләсәккә пландар тураһында фекер алышыуға ҡамасауламаҫ.
Һуңғы ваҡытта Рус география йәмғиәте үҙенең ижади потенциалын, төҙөүгә ынтылышын яҡшы яҡтан күрһәтте, ҡыҙыҡлы проекттарын ғәмәлгә ашырҙы. Һеҙҙең күргәҙмәләрегеҙ, баҫмаларығыҙ беҙҙең тәбиғи байлыҡтың, тарихи ҡомартҡыларҙың, мәҙәни мираҫтың ҡиммәтен арттырҙы. Үҙ эшмәкәрлегегеҙгә халыҡты, айырыуса йәштәрҙе күберәк йәлеп итә барыуығыҙ бигерәк әһәмиәтле. Эшегеҙҙә уңыштар!».
Беҙ ҙә был ойошма эшен гел күреп торабыҙ. Һүҙ юҡ, әүҙемдәр.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова