Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 11:37

Тәрбиәгә алынған етемдәргә – бушлай

Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге үкһеҙ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар "Һөт кухняһы" ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республика Хөкүмәте ҡарарына шундай төҙәтмә индерелде.
– Тәбиғи һәм сифатлы продукцияны ташламалы шарттарҙа аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар ғына түгел, опека ҡарауында булған сабыйҙарҙың да алыуы мөһим. Был осраҡта баланы тәрбиәгә алған ғаиләнең уртаса килеме иҫәпкә алынмаясаҡ, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Бушлай ризыҡтар алыр өсөн ғариза яҙырға һәм "Һөт кухняһы" менән килешеү төҙөргә кәрәк. Быны теләһә ниндәй продукция таратыу пунктына килеп эшләргә була. Әгәр ҙә бөтә документтар ҙа теүәл тапшырылған икән, 20 көн эсендә ыңғай ҡарар тураһында смс-хәбәр килергә йә телефон шылтыратыуы булырға тейеш.
Килешеү төҙөү өсөн талап ителгән документтар исемлеге:
  1. Педиатрҙан махсуслаштырылған балалар туҡланыуы тәғәйенләнеүе тураһында белешмә (бер йәшкә тиклемге сабыйҙың ҡатнаш йә яһалма туҡландырыу төрөн күрһәтеп).
  2. Опека һәм попечителлек органының балаға опекун тәғәйенләнеүе хаҡындағы актының төп нөсхәһе һәм күсермәһе.
  3. Өс йәшкә тиклемге баланың һәм уның ата-әсәһенең (законлы вәкиленең) республикала йәшәүен раҫлаған документ. Ул 30 көндән дә иҫкерәк булмаҫҡа тейеш.
  4. Был изге эш ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған "Демография" милли проекты маҡсаттарына ла тура килә.
    Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
    Читайте нас: