Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 16:14

Башҡортостан – өсөнсө урында

Рәсәйҙә кредит алыу күләме 59,7 миллиард һум тәшкил иткән. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был күрһәткес буйынса республика Ленинград һәм Новосибирск өлкәләренән һуң – өсөнсө урында, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы. Был иһә 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә булышлыҡ итә. Ауыл ипотекаһы күләме 25 йылға тиклем 25 миллион һумғаса тәшкил итергә мөмкин. Процент ставкаһы 0,1-ҙән 3 процентҡа тиклем тәшкил итә. Ә 8 процентты Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай.
Бынан тыш, инженер коммуникацияларын үткәреү өсөн ҡулланыусылар кредитын файҙаланырға була. Уның күләме биш йылға тиклем 300 мең һум һәм процент ставкаһы 5 процент тәшкил итә.
Шәхси секторҙың үҫеше – ил Президенты Владимир Путиндың май указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө ул.
Был милли проект буйынса 2024 йылға тиклем 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргө тейеш. Уларҙың 40 миллион квадрат метры – шәхси йорттар.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: