- Шуға ла, - тине Президент, - ноябрь айынан табиптарға һәм медэшселәргә түләү форматы үҙгәрәсәк. Аҡса сменаға ҡарап түләнә, медиктың коронавирус сирлеләр менән эшләүенән иҫәпләнәсәк. Хөкүмәт медицина тармағы берләшмәһе менән ошолай килешкән.
Төбәктәргә лә өҫтәмә аҡса йүнәлтеү мөмкинлеге ҡарала. Әле дауаханаларҙа студенттар ҙа эшләй. Ауыр сирлеләргә ярҙам итеүселәргә лә түләү буласаҡ. Вуз студенттарына, аспиранттарына - 10 мең, колледж уҡыусыларына ете мең һум аҡса түләнәсәк.
- Бөгөн граждандар менән асыҡ һәм дөрөҫ һөйләшеү мөһим. Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы уларға профессиональ, грамоталы, ентекле һәм аңлайышлы итеп еткерегеҙ, - тине Владимир Путин.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова