Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 09:30

Владимир Путин йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнә

Бөгөнгө шарттарҙы иҫәпкә алып, ҙур сара үткәндәренән айырылып торасаҡ. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, әҙерлек бара, ваҡыты алдан әйтелер.

Форматы башҡасараҡ буласаҡ, әлбиттә. Шулай ҙа төбәктәрҙән тура бәйләнештәр күҙаллана. Әлегә аныҡ көнө билдәләнмәгән.
Журналистар Президент менән һөйләшеүҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Владимир Путин да, моғайын, матбуғат конференцияһы үтәсәк бинала яңғыҙ булмаҫ, һанаулы кешеләрҙе индерерҙәр.
"Үкенескә күрә, хәл-торош беҙҙең пландарға ҡарамай. Шуға күрә барыһын да эпидемиологик хәлдән сығып, билдәләйәсәкбеҙ", - тине бөгөн Песков әфәнде.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: