Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 17:50

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нә рәхим итегеҙ!

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” ял көнө иртәһен йондоҙҙар менән бергә ҡаршыларға саҡыра. 15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә БЮТ телеканалын ҡарарға онотмағыҙ!

Был көндә тамашасылар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимовтың иртәнге ашҡа нимә ашауын ҡарап, уның менән бергә ғаилә табыны өсөн ризыҡ әҙерләп, Элвин Грейҙың йырҙарын тыңлап, бөтмәҫ көс-дәрт алыу мөмкинлегенә эйә.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – республикалағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль үҫеше өсөн берләшмә туплауға йүнәлтелгән хәйриә проекты. Күмәк саралар үткәреүҙе сикләүгә бәйле сараны үткәреү тәртибе үҙгәрҙе. Хәҙер өс сәғәтлек телемарафон тура эфирҙа уҙғарыла! Тапшырыу майҙансығы – республиканың төп телеканалы “БЮТ”.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсоған темаларға һөйләшеүҙә Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова ҡатнаша. Терапевт, нефролог, диетолог Регина Доктор сәләмәт туҡланыу, матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлаша. Фекер алышыуға шулай уҡ телевидение алып барыусыһы, йырсы Алһыу ҙа ҡушыла.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: