Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 16:27

Владимир Путин ҡултамға ҡуйған яңы Федераль закон беренсе һәм икенсе балаға түләүгә бәйле

Рәсәй Президенты октябрҙең һуңғы көндәрендә бер нисә мөһим документҡа ҡул ҡуйҙы. Шулар араһында балалы ғаиләләргә арналғаны ла бар.

Был яңы Федераль закон РФ Дәүләт Думаһы тарафынан 21 октябрҙә ҡабул ителеп, шул көндө үк Федерация Советында хупланғайны.

Ул “Беренсе йәки икенсе бала тыуған (йә тәрбиәгә алынған) осраҡта айлыҡ түләүҙәр һәм ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие иҫәпләү үҙенсәлектәре тураһында” тип атала. Йәғни, булған законға үҙгәрештәр индерелгән.

Федераль законда ҡарағанса, тәүге йә икенсе бала тыуғанда (тәрбиәгә алғанда), әгәр ҙә ғаиләнең йән башына килеме ике йәшәү минимумы күләменән артмай икән, ай һайын түләү алырға хоҡуғы бар. Аҡса бала бер йәшкә еткәнсе түләнә. Ошо ваҡыт үткәс, ғаилә балаһы өс йәшкә еткәнсе түләү алыуға ғариза яҙырға тейеш. Әлбиттә, бында килем дә күрһәтелә.

Быйыл 1 апрелдән 1 октябргә тиклем һәр ғаиләгә (килеменә ҡарамаҫтан) түләү булды.

Санитар-эпидемиологик шарттарҙы иҫәпкә алып, Законда ғаиләләргә үрҙә телгә алған түләүҙе 2021 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә.

Фото: Кремлин.ру

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова

Читайте нас: