Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 18:15

Әсәләр иртәрәк эшкә сыға аласаҡ

"Демография” милли проекты - өҫтөнлөклө мөһим проекттарҙың береһе. Уның быйылғы үтәлеше йомғаҡтарына арналған видеоконференцияла тормошҡа ашырылған эштәр барланды.

Быйыл балалар баҡсалары төҙөлөшөнә 2027,9 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1987,3 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. “Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проектына ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында кәм тигәндә 4,13 мең урын барлыҡҡа килергә тейеш.
Файҙаланыуға тапшырылыусы объекттарҙың әҙерлеге ниндәй кимәлдә? Бүленгән аҡсаны үҙләштереү кимәле 15 октябргә ҡарата 76 процент тәшкил иткән. Был проектҡа ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау һөҙөмтәһендә өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Республика райондарының 99 объектында 2131 өҫтәмә урын барлыҡҡа килеүе көтөлә. 21 объектта эштәр тамамланған, 77-һендә ремонт һәм йыһазландырыу эштәре дауам итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Демография” милли проектына ингән биш федераль проекттың тәүге икәүһе тап ошо мөһим мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота: балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы һәм ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: