Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 13:13

Планшеттар эште еңеләйтә

Ағымдағы йылда, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 49 медицина ойошмаһы 789 планшет компьютеры алған.

Улар терапевтарға һәм педиатрҙарға, табип бригадаларына саҡырыуҙарҙы йортта хеҙмәтләндергәндә, учреждениенан ситкә сығып эшләгәндә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән.
Планшет компьютерҙары берҙәм һанлы контурға тоташтырыла һәм табиптың “Башҡортостан Республикаһының Медицина мәғлүмәти-аналитик системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһындағы эш урыны менән мобиль бәйләнештә була. Был пациенттарҙың электрон медицина карталарын тултырыу, табиптарға дистанцияла яҙылыу, телемедицина консультациялары үткәреү, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон формала ебәреү мөмкинлектәрен бирә.
Заман талаптарына яуап биргән планшет компьютерҙары мәғлүмәтте һаҡлау саралары менән тулыһынса тәьмин ителгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фотолар: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: