Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2020, 18:43

Был юлы өс кеше ҡатнашты

Малдар һаны тағы 75-кә артасаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Мәсетле районы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәре тағы аграр сәнәғәт комплексы тармағындағы төбәк программаларында ҡатнашты. Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. Әйткәндәй, был проект Рәсәйҙәге эшҡыуарлыҡ мөхитен һәр йәһәттән яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Нина Крючкова – “Агростартап”, Никита Перевышин менән Фидус Ҡаҙыев “Яңы эш башлаған фермерға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә грант алыу өсөн конкурста ҡатнашты.
Уларҙың өсәүһе лә алынған грант аҡсаһына “герефорд” тоҡомло мал һәм “Беларус”-82.1” тракторын һатып алырға уйлай. Һөҙөмтәлә тоҡомло малдар һаны 75 башҡа артасаҡ. Бынан тыш, өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.
Әйткәндәй, төрлө милек формаһындағы хужалыҡтарҙа барлығы 13194 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 5356 һыйыр, 790 ат, 9553 һарыҡ һәм кәзә, 1106 кролик, 3370 бал ҡорто күсе иҫәпләнә.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: