Быйыл июлдә республикала "Цифрлы иҡтисадтың төп компетенциялары" тигән уникаль программаға старт бирелгәйне. Ул хеҙмәт йәшендәгеләрҙе уҡытыуға бәйле.
Ҡыҫҡа ваҡытта проект буйынса 13 мең кеше белем алған. Тап ошо һандар республикала ғәмәлгә ашырылған милли проекттың "Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар" бүлегендә 2020 йылда өлгәшәһе бурыста күрһәтелгән булған.
Баҡһаң, ил төбәктәренән әле береһе лә был эште башҡарып бөтмәгән икән. Башҡортостан иҡтисад буйынса грамотаны үҫтереүҙә бик яҡшы эшләгән.
Фото: РФ Хөкүмәте сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова