Даирә
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 13:33

Владимир Путинға Пашинян һуңғы арала йыш шылтырата...

Рәсәй Президенты кисә кисләтеп кенә Әрмәнстан Премьер-министры Никол Пашиняндан шылтыратыу ҡабул итте. Кавказдың был тарафынан беҙгә өндәшеү тынмай шикелле...#В.ПУТИН

Билдәле булған хәбәрҙәрҙән күренеүенсә, Пашинян әфәнде менән Путин Таулы Ҡарабахтағы һуғыш темаһы хаҡында һөйләшкән.
Ҡораллы бәрелештәр көндән-көн етди була бара. Ике яҡтан да (Әзербайжан менән Әрмәнстан) юғалтыуҙар күп.
Владимир Путин һуғышты тиҙ арала туҡтатыу хәстәрен күрергә кәрәклеген белдерҙе.
Ә һөйләшеүҙең беҙгә еткерелмәгән өлөшө ниндәй темаға булғандыр? Моғайын, Пашинян ярҙам һорайҙыр. Әзербайжанға Төркиә ныҡ ярҙам күрһәтә бит. Рәсәй Әрмәнстанды яҡлар тип өмөт итәлер...
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: