Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 13:37

Япон аппараты дауалау сифатын яҡшыртасаҡ

Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы заманса компьютер томографы алды. Әле ҡорамалды урынлаштырыу менән мәшғүлдәр. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Японияла етештерелгән компьютер томографы - сирле ағзаның өс күләмле һүрәтен алыу өсөн рентген нурҙары ярҙамында тикшереү үткәргән заманса ҡорамал. Ошо маҡсатта ағзаның төрлө экспозициялағы киҫелештәренең рентген һүрәте алына. Аҙаҡ алынған һүрәттәрҙе компьютер эшкәртә һәм тикшерелеүсе ағзаның дөйөм күләмле күренешен формалаштыра. Ҡорамал уны 80-гә яҡын киҫелештә күрһәтеүҙе тәьмин итә. Һүрәттәр сифаты яҡшы, аныҡ.
Компьютер томографы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Был ысулдың юғары мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең яҡшы сифатлы булыуы табиптарға хирургия һәм терапия патологияларын дөрөҫ билдәләргә, сирҙең ағышын асыҡларға һәм тәьҫирле дауалау сараларын билдәләргә ярҙам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем халыҡтың үлемен ҡыҫҡартыу, дауаханаларҙы яңы заманса технологиялар менән йыһазландырыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған. Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткесен (100 мең кешегә 350 осраҡҡа тиклем), ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан үлем кимәлен (100 мең кешегә 450 осраҡҡа тиклем) кәметеү бурысы билдәләнгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: