Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 11:50

Милли проект: "Үҫеш нөктәһе" һәр яҡлап үҫтерә

"МӘҒАРИФ" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса

Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы мәктәбендә "ҮҪЕШ НӨКТӘҺЕ" үҙәге асылды. Әйткәндәй, бындай үҙәктәр һуңғы арала Учалыла, Ғафуриҙа ла барлыҡҡа килеүе тураһында яҙғайныҡ.
Күгәрсен районындағы Мәҡсүт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары шатлығы хаҡында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.
Хәҙер мәктәптәге заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа балаларға шөғөлләнергә барлыҡ шарт булдырылған. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, шахмат уйнарға, 3Д-моделләргә, квадрокоптерҙар менән идара итергә, медиапродукт уйлап табырға, беренсе ярҙам күрһәтергә һәм башҡа күп шөғөлгә өйрәнергә мөмкин.
"Прекрасно оформленные классы, современное оборудование расширят возможности для предоставления качественного образования для наших сельских школьников, поможет сформировать у ребят технологические и гуманитарные навыки. Надеюсь, центр станет прекрасной и интересной площадкой не только для деятельности детей, но и родителей. Благодарен тем, кто приложил усилия для создания центров, которых в районе стало три. Желаю ученикам и педагогам творческих успехов и интереснейших открытий!" - тигән теләген еткергән Ғайса Янбаев.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: