Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 15:06

Яман шешкә ҡаршы - яңы технология

“Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Республика онкология диспансерына видеоэндоскоп комплексы алынды. Ул үҙ эсенә бик күп заманса ҡорамалдарҙы һәм блоктарҙы ала.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Комплекстың мөмкинлектәре бик киң. Эндоскоп ярҙамында диагностикалау процедураларын үткәргәндә ул тотороҡло аныҡ һүрәтләнеште тәьмин итә. Видеокомплекстың оптик системаһы ике режимда эшләй, мәҫәлән, лайлалы тиресәне тәрәнерәк тикшереү өсөн ғәҙәттәге режимдан тыш, “яҡынайтыу режимы”н да ҡулланып буласаҡ. Һүрәттәрҙең сифаты һәм төҫтәр айырмаһы ла хәҙер күпкә яҡшыраҡ килеп сыға. Эндоскоптарҙы һаҡлау һәм киптереү ҡорамалы ла уйланып эшләнгән. Сирлеләргә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙә яңы ҡорамалдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты - 2024 йылға яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү (100 мең кешегә 185 осраҡҡа тиклем). Был мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәләне заманса технологиялар, квалификациялы кадрҙар, яңы препараттар ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин. Яман шеш осраҡтарын бары комплекслы саралар, диспансерлаштырыу, кешенең һаулығына ҡарата иғтибарлылығы менән кәметеп буласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: