Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 15:23

Мәктәптә балаларға йогурт бирелә

"Һөт кухняһы" йогурты мәктәп ашханаларында бирелә башлай. Ул I- IV класс уҡыусылары өҫтәлендә буласаҡ.

Был эсә торған йогурт һөттән махсус әсетке ҡулланып яһалған. Бынан тыш, эсемлек дүрт витамин – А, Е, В6 и D3 менән байытылған.
Әле “Һөт кухняһы” республиканың 172 мәктәбен үҙенең продукцияһы менән тәьмин итә. Йогурт Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Ишембай, Күмертау, Яңауыл, Нефтекама ҡалаларына һәм Красноусол ауылына илтелә.
Башҡортостанда алты “Һөт кухняһы” эшмәкәрлеге йәйелдерелгән. Уларҙа тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт ризыҡтары етештерелә. Бөтәһе 97 аҙыҡ-түлек таратыу нөктәһе эшләй.
“Һөт кухняһы” продукцияһы ташламаға эйә 22 мең 600 балаға, 508 ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙға бушлай бирелә. Улар һөт ризыҡтарын 39 таратыу нөктәһендә, шулай уҡ “Байрам”, “Йәрминкә”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ”, “Стерх” сауҙа селтәрҙәре магазиндарында алыу мөмкинлегенә эйә.
Бөтә был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: