Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 00:20

Яңы милли проект ниндәй маҡсаттар ҡуя?

Әлеге көндә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты эшләнеү өҫтөндә. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың 14-сеһе буласаҡ. Документ быйылғы йыл аҙағына тиклем ҡабул ителер, тип күҙаллана.
“Беҙ был мөһим эште ил етәкселегенең күрһәтмәһенә ярашлы башланыҡ”, - тип белдерә федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова.
Бөгөн туризм ил иҡтисадының мөһим һәм перспективалы тармағына әйләнә бара. Ул мәшғүллек кимәленә, граждандарҙың тейешенсә ял итеп, һаулығын нығытыуға, төбәктәр үҫешенә, тыуған илеңдең, төйәгеңдең тарихын, мәҙәниәтен белергә, инвестициялар йәлеп итергә булышлыҡ итә, шулай уҡ бихисап тармаҡтарҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә тәьҫир яһай.
Башҡортостан Республикаһында ла туризм әүҙемләшә. Быйыл күптәр үҙҙәре өсөн тыуған төйәк тәбиғәтенең матурлығын өр-яңынан асты. Яҡшы ял итеү өсөн мотлаҡ сит илдәргә, диңгеҙ буйҙарына һәм билдәле курорттарға йөрөргә тимәгән. Туристар өсөн төрлө экскурсия маршруттары, майҙансыҡтар, юлдар һәм һуҡмаҡтар селтәре арта бара.
Мәҫәлән, күптән түгел Башҡортостанда өлкән быуын өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” тип аталған проект старт алды. Унда ҡатнашыусылар тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығы, бай мәҙәни мираҫы, шулай уҡ уның бығаса билдәле булмаған үҙенсәлекле мөйөштәре менән таныша. Программа бер-ике көнгә иҫәпләнеп, республика биләмәһендәге туристик объекттар, музейҙар, мәсеттәр, ҡорамдар менән танышыуҙы үҙ эсенә ала. Экскурсиялар йәйәүле йәки автобус туры рәүешендә ойошторола.
Оло йәштәгеләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған туристик маршруттар менән Соцтуризм.рб.рф сайты аша таныша ала.
Фото: bashturist.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: