Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 07:21

Тағы бер көнләшеү ҡорбаны...

Күгәрсен районынан ҡот осҡос хәбәр килде...

Күгәрсен районынан ҡот осҡос хәбәр килде. Унда бер ир көнләшеүҙән ҡатынын быуып үлтергән, тип белдерә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре. Хәл 15 сентябргә ҡараған төндә булған. 47 йәшлек ир ҡатыны менән бергә алкоголле эсемлектәр ҡулланып, кәйеф-сафа ҡорған. Әммә... ”байрам”дары фажиғә менән тамамланған. Эсеп алған ир ҡатынына көнләшеү сәбәпле ташланған, уны туҡмап ташлаған, аҙаҡ иһә быуып үлтергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене бүлеккә алып килгән, ул ғәйебен таныған. Әйткәндәй, ир 2012 йылда кеше һаулығына еңел кимәлдә зыян килтергән һәм үлтереү менән янаған өсөн хөкөм ителгән. Был юлы ул закон алдында ҡаты яуап бирәсәк. Фото: google.com Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ta-i-ber-k-nl-she--orbani-460369/
Читайте нас: