Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 15:28

Путинға шылтыраттылар...

Рәсәй Президенты Владимир Путин Европалағы коллегаһы менән һөйләште. Франция Президенты Эммануэль Макрон менән етди һүҙ оппозиционер Алексей Навальный хаҡында ла барҙы.

Ишеткәнһегеҙҙер Навальный ауыр хәлдә Германиялағы дауаханала ята. Көнбайышта уны ағыулағандар, тигән версия ҡарала.
Владимир Путин был дәлилһеҙ хәбәрҙәргә аптырауын белдерҙе. Немец табиптары беҙгә һөҙөмтәләрҙе аныҡ белер өсөн биоматериалдар ебәрергә тейеш. Өҫтәүенә, Рәсәй табиптары менән берлектә эшләүҙәре кәрәк.
Телефондан һөйләшеүҙә был ваҡиға буйынса Европа партнерҙары менән хәбәрләшеп торорға килешеү мөһимлеге билдәләнде.
Путин менән Макрон Белоруссия темаһына ла туҡталды. Ике яҡ та тыныс диалог кәрәклегенә баҫым яһаны. Тағы ла Украина, Ливия проблемалары тураһында ла һүҙ булды.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: