Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 16:38

Республикала 8 254 кешелә COVID-19 асыҡланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 8 254 COVID-19 осрағы раҫланған.
Бөгөнгә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә.
«7 722 кеше дауахананан сығарылған, уларҙың 56-һы – һуңғы тәүлектә, аҙнаһына – 541 кеше. Беҙҙә сирлеләрҙең дөйөм һанынан 93,5 проценттан ашыуы һауыҡҡан да инде, — тине Забелин. — Тәүлек эсендә коронавирустан вафат булыу осрағы юҡ. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 31 кеше тәшкил итә».
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Читайте нас: