Белоруссияла ниндәй сәйәси хәлдәр барыуын бик яҡшы беләм, тип ҡаршы алды Путин коллегаһын:
- Һеҙ беҙҙең позицияны ла яҡшы беләһегеҙ. Беҙ белорус халҡы ситтән баҫымһыҙ ҙа тыныс ҡына диалог менән хәл-торошто үҙе йырып сығыуы яҡлы. Беларусь - беҙҙең иң яҡын союздаш. Барлыҡ килешеүҙәрҙе үтәйәсәкбеҙ, әлбиттә.
Рәсәй менән Белоруссия элек-электән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Күрше дәүләттең миллионлаған кешеһе беҙҙә эшләй. Берлектәге проекттар йылдан-йыл арта. Путин белдереүенсә, Рәсәй Белоруссия иҡтисадына иң ҙур инвестор.
Әле иһә, ишетеп-күреп тораһығыҙ, уларҙа тыныс түгел. Оппозиция урамда ғауғалай. Уртаһында йөрөмәгәс, анығын әйтеп булмай, әммә даулашыу яғын ҡайырған кешеләргә көнбайыштан баҫым яһала, тигән фекер ҡала. Йәғни Европаның ҡайһы бер илдәре Белоруссияны тарҡатыу маҡсатын ҡуйған. Әлбиттә, АҠШ йоғонтоһо бар.
- Терәк булғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тине Александр Лукашенко беҙҙең Президентҡа. - Мин хәл-торошто ентекле күҙәтәм. Ҡайһы берҙә йылмайыу ҡатыш ҡарайым. Сөнки беҙҙә шәмбе - ҡатын-ҡыҙҙар урамға сыға, йәкшәмбе - дөйөм марш. Башҡа көндәрҙә республика ғәҙәти йәшәй. Ял көндәрендә халыҡ сығып үҙ фекерен белдерһен өсөн майҙан бирәбеҙ. Иң мөһиме - сикте үтмәһендәр. Дуҫлыҡ бәлә килгәндә һынала. Был Белоруссияға ла, Рәсәйгә лә, башҡа элекке совет республикаларына ла ҙур һабаҡ.
Ни генә булмаһын, Рәсәй Белоруссия янында ҡаласаҡ. Әле, РФ Президенты белдереүенсә, беҙ уларға ҙур кредит та биреп торорға ниәтләйбеҙ. Бола ваҡытта аҡса артыҡ булмаҫ.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова