Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 20:05

Башҡортостанда бөгөн – Милли кейем көнө

Бөгөн республика халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Шул уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Милли музейының конференц-залында “Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдыра” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Унда башҡорт халҡының милли кейеме үҙенсәлектәре, уны заманға яраҡлаштырып популярлаштырыу, милли кейем элементтары һалып эшләнгән эшлекле һәм көндәлек кейемдәрҙе тегеүҙе юлға һалыу, шулай уҡ стилләштереү менән артыҡ мауығып, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булған милли кейемебеҙҙең үҙенсәлектәрен юғалтыу хәүефенән һаҡланыу һәм башҡа бик мөһим, кисекмәҫтән хәл ителә торған мәсьәләләр ҡаралды.
Һөйләшеүҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Сараны асып, Э. Айытҡолова йыйылыусыларҙы бөгөнгө байрам менән ҡотланы һәм һөҙөмтәле, файҙалы эш барышы теләне.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли кейемде һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса үҙ ведомствоһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм яңы проект – "Тамға" башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталарҙың 1-се Халыҡ-ара конкурсын башлап ебәреү тураһында иғлан итте.
Сарала Гөлләриә Ялсыҡаева – Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса бүлек мөдире лә сығыш яһаны.
Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода сығышында башҡорт милли кейемен һаҡлау, өйрәнеү һәм уның хаҡында баҫма хеҙмәттәр булдырыу мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Халыҡтың милли кейеменең тарихи өлгөләренә ҡарата сит бәхәстәр, икеле һорауҙар тыумаһын өсөн, уларҙы ике томлыҡ фотоальбомға туплап, теркәп баҫып сығарырға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе ғалимә.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, әүҙем йәмәғәтсе, милли йолаларҙы һаҡлауға тос өлөш индергән Гөлфиә Янбаева ла милли кейемебеҙҙе, уның атрибуттарын һаҡлау тураһында һөйләне. Милли кейем көнөнөң тәрбиәүи, әхлаҡи ҡиммәте ҙур, тип тә билдәләне ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Азат Ғариповтың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тураһында һөйләүе йәнле ҡыҙыҡһыныу уятты. Сығыш яһаусылар араһында милли кейемебеҙгә ҡағылышлы проблемалар, хәл итеү юлдары тураһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Милли музейҙың этнография бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, “Төньяҡ амурҙары” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да һөйләп үтте.
Сығыштарҙан һуң йәнле фекер алышыу булды, резолюция ҡабул ителде.
(Был сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һандарының береһендә танышырға мөмкин)
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: