Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 16:52
Ҡамышлыларҙың һаулығын хәстәрләп
Әлегә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡулайлаштырылмаған иҫке бинала урынлашҡайны.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың Өфө районындағы Ҡамышлы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшө әүҙем бара. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Әлегә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡулайлаштырылмаған иҫке бинала урынлашҡайны. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пункты айырым иркен бинаға күсә, бөтә коммуникациялар тоташтырылған да инде. Подряд ойошмаһы белгестәре биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡаралыу һәм процедура-прививка яһау кабинеттары, табиптар тарафынан ҡабул итеүҙе көтөү, хеҙмәткәрҙәр өсөн кейем алмаштырыу бүлмәләре, йыуыныу бүлмәһе бар. Тимәк, халыҡ уңайлы шарттарҙа хеҙмәтләндереләсәк. Бында меңдән ашыу кешегә медицина хеҙмәте күрһәтеләсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/amishlilar-i--auli-in-h-st-rl-p-450901/
Читайте нас в