Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 11:43

“Минең илем – минең Рәсәйем”

“Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы - “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” исемле президент платформаһының бер проекты.

Ошо көндәрҙә “Минең илем – минең Рәсәйем” XVII Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар "Минең Алыҫ Көнсығышым” һәм “Минең Арктикам” номинацияларына тәҡдим ителгән проекттарын яҡлаған. Еңеүселәрҙең береһе – Өфө ҡыҙы Инна Дорош.
Инна – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты. Конкурстың финалында Арктика төбәге тупрағының нефть бысраҡтарына ҡарата ассимиляция һәләте тураһында тикшеренеү эше менән сығыш яһаған. Йәш тикшеренеүсенең проекты тормошҡа ашырыла ҡалһа, был нефть һәм нефть продукттары түгелгән саҡта ҡотҡарыу эштәрен ойошторорға ярҙам итеүе мөмкин.
Конкурстың эксперттар советын етәкләгән сенатор Лилиә Ғүмәрова, Арктика төбәген үҫтереү – милли бурыс, уны илдәге дөйөм тырышлыҡ менән генә хәл итергә мөмкин, тип билдәләгән һәм үҙ тыуған төбәген генә түгел, ә бөтә Рәсәй хаҡында ҡайғыртҡан яҡташтары менән ғорурланыуын белдергән.
Конкурстың етәксеһе – Рәсәй дәүләт гуманитар университеты проректоры Лариса Пастухова иһә, Арктика менән Алыҫ Көнсығышҡа ҡағылышлы номинацияларҙа уларҙан “алыҫ” торған төбәктәр – Башҡортостан менән Севастополдән килгән ҡатнашыусылар булғаны ҡыҙыҡлы, тип билдәләгән.
17-се тапҡыр үткәрелгән конкурста ҡатнашыусылар Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтан грант алыу мөмкинлегенә эйә. Конкурсанттарҙың эштәре эксперттар тарафынан баһаланғас, уларҙы үҙ проекттарын бойомға ашырыр өсөн ярҙам алыуға кәңәш итәсәктәр.
Шуны әйтеп үтер кәрәк: “Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектына ярашлы үткәрелә.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: