Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 10:53

Ҡарттар йортонда урындар һаны күбәйергә мөмкин

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, республикала ҡарттар йортонда урындар һанын күбәйтеү, стационар учреждениеларҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу планлаштырыла.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников белдерҙе.
Федераль адреслы инвестиция программаһына “Именлек” республика геронтология үҙәгенең һәм Благовещендағы өлкән йәштәге граждандарға тәғәйенләнгән 60 урынлыҡ торлаҡ корпустарын индерергә иҫәп тотола.
Эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: