Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2020, 12:30

Универсаль өҫтәл операция өсөн бик уңайлы

“Һаулыҡ һаҡлау ”милли проектының “Башҡортостанда 2020 йылда янбаштың проксималь бүлеге һынған өлкән һәм оло йәштәге пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү” пилот проекты сиктәрендә #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туймазы үҙәк дауаханаһына яңы ҡорамал – HYBASE 6100 универсаль операция өҫтәле ҡайтарылған.
Был операция өҫтәле халыҡ-ара хәүефһеҙлек һәм сифат стандарттары буйынса етештерелә, шул уҡ ваҡытта ҡулланыуҙа бик ябай булған универсаль ҡорамал да булып тора.
Өҫтәлгә пульт ярҙамында идара ителә һәм был теләһә ниндәй операция өсөн ҡулайлашыу мөмкинлеген бирә (йөрәк-ҡан тамырҙары, гинекология, эс ҡыуышлығы, үт ҡыуығы, пластик хирургия һәм башҡа операциялар).
Өҫтәлде теләһә ниндәй оҙонлоҡ һәм ауырлыҡ өсөн ҡулайлаштырып була, балалар һәм өлкәндәр өсөн дә ярай. Уның түбәндәге өҫтөнлөктәре бар: пациенттың уңайлылығы өсөн һыу үткәрмәүсе, антистатик, “хәтер тәьҫире” булған декомпрессион матрастан тора, пациентты хәүефһеҙ һәм уңайлы итеп һалыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ ҡорамал менән идара итеүҙең өс панеле бар: өҫтәлдең корпусында, дистанциялы пульт һәм аяҡ ярҙамында.
Был үҙенсәлектәр табиптар һәм пациенттар өсөн операцияны уңайлы шарттарҙа үткәреү мөмкинлеген бирә.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, төбәктең медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Туймазы дауаханаһына универсаль операция өҫтәле ҡайтарылыуы ла – ошоға асыҡ миҫал.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: