Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2020, 20:33

Владимир Путин: "Эшһеҙлек буйынса пособие күләме артҡас, күптән эшләмәгән кешеләр хеҙмәт биржаһына йүгереп килде"

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пандемия осоронда хеҙмәт урынын юғалтыусылар юғары пособие алды.

Президент Сыуашстан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев менән аралашҡанда, халыҡ хеҙмәт биржаһына ташланды, тине. "Килеүҙәре яҡшы булды, әйҙә аҡса алһындар", - тине ул. Апрелдә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 1 марттан һуң эш урынын юғалтыусыларға иң юғары пособие - 12 130 һум күләмендә аҡса түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ, эшһеҙ ҡалыусыларҙың һәр балаһы өсөн өсәр мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Июндә РФ Хөкүмәте башлығы эшһеҙлек буйынса минималь пособиены 4,5 мең һумға тиклем күтәрҙе. Путин эшһеҙҙәр өсөн арттырылған түләү өс ай - йәй дауамында түләнә, тип белдерҙе.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек сайтынан алынды
Фото Башинформ
Читайте нас: