Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2020, 12:30

Тағы 15 предприятие ҡушылды

Башҡортостан агросәнәғәт комплексының 15 предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡ.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күптән түгел республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларына “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектында ҡатнашыу шарттары һәм мөмкинлектәре хаҡында һөйләнеләр. Сара видеобәйләнеш аша үткәрелде.
Шулай итеп, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу механизмдары һәм инструменттары тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Милли проект сиктәрендә ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен уҡытасаҡ, федераль һәм төбәк белгестәре йәлеп ителәсәк, ташламалы займдар биреләсәк.
Әйткәндәй, әле республиканың 15 ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Улар араһында “Алексеевка”, “Рощинский” совхоздары, “Турбаҫлы бройлерҙары”, “Өфө ҡала һөт заводы”, “Восход” икмәк берекмәһе” йәмғиәттәре бар. Бигерәк тә “Пищепром” предприятиеһында хеҙмәт етештереүсәнлеге ныҡлы үҫешкән һәм 42 процент тәшкил иткән. Тағы шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектында ҡатнашыусылар исемлегендә Башҡортостандан 73 предприятие бар.
Билдәле булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты 2018 йылда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған һәм 2024 йылға тиклем йыл һайын илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: