Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 17:58

“МӘҘӘНИӘТ” МИЛЛИ ПРОЕКТЫ. КҮРШЕЛӘР АВТОКЛУБЛЫ БУЛДЫ

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда республиканың биш районында күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) барлыҡҡа киләсәк#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итте. Яңыраҡ Йылайыр районына автоклуб килде. Ул республикала өсөнсөһө.
Автоклуб теләгән бер территорияла: парктарҙа, ял урындарында, йәйге һәм ҡышҡы асыҡ майҙансыҡтарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Шул рәүешле күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә.
Йылайыр районында автоклубты 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, һынап ҡарамаҡсылар – Ҡашҡар ауылында күсмә концерт программаһы менән сығыш яһарға ниәтләйҙәр.
Читайте нас: