Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 15:59

Владимир Путин сода компанияһына бәйле хәлгә ҡарата фекерен белдерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Башҡортостан сода компанияһы" тирәләй барған ваҡиғаларға ҡарата фекерен белдерҙе.

“Был компанияның контроль пакеты - шәхси кешеләр ҡулында. Аҡса үҫешкә инвестицияланмай, төбәктә ҡалмай”, - тип белдерҙе ил етәксеһе Хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Дәүләт етәксеһенең әйтеүенсә, 45 миллиард һумлыҡ табыштың ни бары 2,5 миллиард һумы ғына инвестиция маҡсатына тотонолған. Аҡса төбәктә ҡалмай, ә офшорҙарға китә.
“Тәү сиратта кешеләр, эш урындары һәм социаль өлкә тураһында уйларға кәрәк, ә бер ниндәй йөкләмәһеҙ, контролһеҙ аҡса һурыу - бик күңелһеҙ хәл”, - тине Рәсәй Президенты. Ул республика Хөкүмәтенә һәм етәкселәренә ваҡиғаны ентекле өйрәнергә, ҡарар тәҡдим итергә ҡушты. Шулай уҡ прокуратураға дәүләттең ни сәбәпле активтар өҫтөнән контролен юғалтыуын тикшереүҙе йөкмәтте.
“2013 йыл башында “мөғжизәле рәүештә” – компанияны берләштереү аша – дәүләт өлөшө йыуыла һәм контроль өлөштән кәмей. Дәүләттең өлөшө 62 процент була, шунан ҡапыл 38 процентҡа әүерелә, һөҙөмтәлә компанияның эш йүнәлештәре ҡырҡа үҙгәрә, - тип билдәләне дәүләт етәксеһе. - Быға иғтибар иткән, урында барған хәлгә ышанысһыҙлыҡ күрһәткән кешеләр күпселектә хаҡлы тип уйлайым”.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: