Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 19:01

Андрей Назаров: "Был тиклем ыңғай хистәрҙе һуңғы осорҙа күптән кисергәнем юҡ ине"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үҙенең Фейсбуктағы битендә II Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы - 2020" инвестиция һабантуйы сиктәрендә үткән "Ҡаҙ һәм бал" гастрономия фестивалендә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Дуҫтар, был тиклем ыңғай хистәрҙе һуңғы осорҙа күптән кисергәнем юҡ ине. Беренсенән, был бик матур. Хоҙур биләмәлә, йылға буйында, тирмәләр теҙелгән, төбәктең иң яҡшы фермерҙары етештергән ризыҡтарынан күргәҙмәләр урын алған. Әлбиттә, гастрономия фестиваленең төп "короле" - беҙҙең данлыҡлы ҡаҙ. Ҡаҙҙың ҡаҡланған, киптерелгән, бешерелгәндәре... Ҡаҙ паштеты - француздарҙың фуа-граһынан һис тә ҡалышмай. Уны беҙҙең фермерҙар шәрбәтле һут һәм бешерелгән һуған менән ашарға тәҡдим итә. Шулай уҡ яратҡан башҡорт халҡының милли эсемлеге ҡымыҙ бешеүҙә ҡатнаштым. Кемдер белмәйҙер әле, уның киптерелгәнен дә. Ҡыҙҙырылған бойҙай (ҡурмас) ашаным. Башҡортса попкорон. Унда шулай уҡ өй ҡаймағы, көрпә икмәге, һитәле бал, маринадланған ҡаҙаяҡ булды. Әйткәндәй, һуңғыһы Йылайыр районында ғына эшләнә һәм ул Японияла ҙур популярлыҡ яулай. Һәм күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ошо байрамға йәнә милли башҡорт колориты һалынған. Милли инструменттарҙа төрлө уйын һәм бейеүҙәр, бейә һауыу, халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре... "Ҡаҙ һәм бал" фестивале хәҙер йыл һайын үтәсәк. Үҙебеҙҙең брендты бар илгә һәм донъяға танытасаҡбыҙ"
Фото: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: