Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 00:22

ЯҢЫ ҠОРОЛМА ЙЫЛЫНА 50 МЕҢ ТОННА ҠАЛДЫҠТЫ ЭШКӘРТӘ

Башҡортостанда төбәк операторы сүп-сарҙарҙы сорттарға айыра торған яңы мобиль ҡоролманы сафҡа индерҙе. Бындай тәүге тәжрибә Өфө районының Яңы Черкассылағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында уҙҙы.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Уны индереү бөтә килтерелгән сүп-сарҙы урында тиҙ генә эшкәртә алыу менән генә түгел, ҙур, шул иҫәптә төпкөл һәм үтеп инергә ҡыйын булған биләмәләрҙе лә тәьмин итә алыуы менән дә уңайлы. Был яңы ҡоролма йылына 50 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртә.
Мобиль сүп-сар айырыу ҡоролмаһы Ҡырмыҫҡалы районында эшләй башлай. Унан тағы ла республиканың 13 районын хеҙмәтләндерәсәк.
Бындай комплекстар «Экология» милли проектының «Таҙа ил» төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Белгестәр һүҙҙәренсә, Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе махсус техника беҙҙең төбәк өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә яңылыҡ булып тора.
Читайте нас: