Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, бөтәһе 6 502 ауырыу һауыҡҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, тәүлектә коронавирустан Өфөлә йәшәгән 63 йәшлек ир вафат булған. Әйтеүҙәренсә, ул йөрәк ишемияһы менән сирләгән.Пандемия башланғандан алып, ковидтан бөтәһе 27 ауырыу һәләк булды. Әле 773 кеше дауалана, уларҙың 114-е стационарҙа.