1 сентябргә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әҙерлек тамамланып килә. Йәғни, ул тамамланырға тейеш. Президентҡа отчет биреүҙәренсә, әле мәктәптәрҙең 75 проценты балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә әҙер. Эйе, быйылдан башлап, 1 - 4 класс уҡыусыларын бушлай ашатырға тейештәр.
- 25 процент әҙер булмаған мәктәп күп бит, - тине Путин. - Һөйләшегеҙ, проблеманы бөтөрөгөҙ. Әҙ комплектлы мәктәптәр ҙә туҡландырыуға әҙер булһын!
Путин был темаға ҡарата бөтә проблеманы өйрәнеп, тиҙ арала хәл итергә һәм эштең башҡарылғанын үҙенә еткерергә ҡушты.
Ил башлығы әйтеүенсә, беҙҙә яңы уҡыу йылы башланыу һәр ваҡыт байрам һымаҡ булды, был юлы ла шулай булһын өсөн тырышырға кәрәк.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова