Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 12:26

Ауыл халҡына ташламалы ипотека

Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы президиум ултырышында “Домокомплект” проектының үтәлеше тикшерелде.

Уның асылы шунда - ағастан шәхси йорт төҙөүсегә заем бирелеүе мөмкин. Заемдың дөйөм суммаһы 300 мең һум булһа, ул биш йылға биш процент менән бирелә. Хәҙерге ваҡытта был программа буйынса заем алырға теләүсе бөтәһе 11 мең кеше сиратта тора. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, 2011 йылдан ошо программа аша 5981 ғаилә 434 миллион һум льготалы кредит алып, үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Һуңғы йылдарҙа торлаҡ баҙарында тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм отошло “Жилстройсбережения” һәм “Ауыл ипотекаһы” программалары эшләй башланы. Улар буйынса 3 миллион һумға тиклем льготалы кредит алып була. Йыллыҡ ставкаһы өс процент, 25 йылға бирелә. “Ауыл ерендә йәшәүселәргә, тәү сиратта йәш ғаиләләргә, тыуған ерҙәрендә төпләнеп, аяҡҡа баҫыуҙа ярҙам кәрәк. Льготалы кредит һәм торлаҡ төҙөүгә субсидиялар аша быны эшләр кәрәк”, - тине Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе премьер-министры Андрей Назаров.
Читайте нас: