Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 00:45

Тағы ла -35!

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны тәүлек эсендә йәнә 35-кә артты.

Стопкоронавирус.рф мәғлүмәттәре шуны раҫлай. Пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандар 7 162 кешегә еткән. Вафат булғандар тураһында хәбәр ителмәй.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 5 102 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Вирусты йоҡторғандар һаны илдә 900 меңдән ашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 129 ауырыу сирҙән вафат булған.
Барығыҙҙы ла санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәргә саҡырабыҙ, һаулыҡтың үҙ ҡулығыҙҙа икәнен хәтерҙә тотоғоҙ.
Фото:ИА «Башинформ»
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в